Депутаттар “2021 йылға һәм 2022 һәм 2023 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында” БР законы проектын тикшерәсәк
14.04.2021
Баҫып сығарыу өсөн версияБашҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың апрель айындағы пленар ултырышында депутаттар “2021 йылға һәм 2022 һәм 2023 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында” БР законы проектын тикшерәсәк.
– Пандемияға бәйле иҡтисади ауырлыҡтар арҡаһында Рәсәй Финанс министрлығы 2021 йылда төбәктәргә бюджет тотороҡлолоғон тәьмин итеү өсөн ваҡытлыса дәүләт бурысы кимәлен арттырыу мөмкинлеген бирҙе, – тип комментарий бирҙе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Беҙ, бурысҡа алыу мөмкинлегенән файҙаланып, алынған аҡса сараларын бюджет дефицитын ҡаплауға йүнәлтәсәкбеҙ, ә 7,2 млрд һум күләмендәге үҙ аҡсабыҙҙы киләһе йылға һаҡлаясаҡбыҙ.
Парламент спикеры билдәләүенсә, республика бюджеты баланслы буласаҡ, барлыҡ социаль йөкләмәләр тулы кимәлдә үтәләсәк.
