Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһының ултырышы үтте
15.04.2021
Баҫып сығарыу өсөн версияБашҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа республика парламенты ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһының өсөнсө ултырышы үтте. Уны палата рәйесе Зарина Ғәзизова үткәрҙе.
Ултырышта йәштәр парламенты ағзалары менән берлектә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, парламенттың Йәштәр йәмәғәт палатаһындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Рөстәм Әхмәҙинуров һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова ҡатнашты.
Сарала Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзалары Байрас Азаматовтың һәм Рафаэль Хәкимовтың вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһындағы мәсьәлә тикшерелде.
Йәштәр парламенты ағзалары «Балалар, үҫмерҙәр, йәштәр клубтары һәм үҙәктәре эшмәкәрлеген яҡлау тураһында», «Башҡортостан Республикаһында муниципаль хеҙмәт тураһында», «Башҡортостан Республикаһында йәштәр сәйәсәте тураһында» Башҡортостан Республикаһы закондарына үҙгәрештәр индереү буйынса тәҡдимдәр тикшерҙе.
Ултырышта «Башҡортостан Республикаһының йәш закон сығарыусыһы – 2021» һәм «Башҡортостан Республикаһы предприятиеларының һәм ойошмаларының иң яҡшы Йәштәр советы – 2021» конкурстарын үткәреү тураһындағы мәғлүмәт тәҡдим ителде. Шулай уҡ 2021 йылға Йәштәр йәмәғәт палатаһының эш планы раҫланды.
