Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумы ултырышы үтте

15.04.2021

Баҫып сығарыу өсөн версия


				

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумы ултырышы үтте. Ултырышты Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев алып барҙы. Президиум ағзалары республика парламентының сираттағы пленар ултырышын 22 апрелгә тәғәйенләне. Көн тәртибенә 40 мәсьәлә индерелде, уларҙың төп өлөшө республика закон проекттарын тикшереүгә бәйле.

Пленар ултырыш башында депутаттар Башҡортостан Республикаһы Пркурорының республикала законлылыҡ торошо тураһындағы мәғлүмәтен тыңлаясаҡ һәм тикшерәсәк. Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил 2020 йылда кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм иректәрен үтәү хаҡындағы доклад менән сығыш яһаясаҡ.

Көн тәртибенә индерелгән мөһим закон проекттары араһында – «Һайлауҙар тураһында Башҡортостан Республикаһы Кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законы проекты.

– Закон проектына ярашлы һайлауҙарҙа тауыш биреүҙе бер-нисә көн рәттән (әммә иң күбендә өс көн), үткәреү мөмкинлеге күҙ уңында тотола, – тип комментарий бирҙе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Бындай ҡарар һайлауҙарҙы тәғәйенләгән көндән ун көндән дә һуңға ҡалмайынса ҡабул ителә ала. Закон проекты һайлауҙар тураһындағы республика ҡануниәтен федераль ҡануниәттәге новациялар менән ярашлылыҡҡа килтереүгә йүнәлтелде.

«Һалымдар хаҡындағы Башҡортостан Республикаһының ҡайһы бер закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында» БР Законы проектында ҡайһы бер категориялағы һалым түләүселәр өсөн ташламалар билдәләү күҙ уңында тотола.

«Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында» БР Законы проектына ярашлы күп балалы ғаиләләрҙең балалары (йәки балаларының береһе) һәләк булған осраҡта шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн ер участкаһын түләүһеҙ алыу хоҡуғы һаҡлана.

«Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында Башҡортостан Республикаһы Кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында» БР Законы проектын һуңғы уҡыуҙа ҡабул итеү көтөлә.

Ултырышта депутаттар шулай уҡ Дәүләт Думаһына индереү буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың закон сығарыу башланғысын, Дәүләт Думаһынан килгән федераль закон проекттарын тикшерәсәк.

 

 

 


Исемлеккә кире ҡайтыу

"