Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа беренсе космонавт Юрий Гагаринға һәм космонавтиканың 60 йыллығына арналған фотокүргәҙмә асылды

16.04.2021

Баҫып сығарыу өсөн версия


								

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа беренсе космонавт Юрий Гагаринға арналған фотокүргәҙмә асылды. Экспозиция беренсе космонавт Юрий Гагаринға һәм космонавтиканың 60 йыллығына арналды. Сара ошо көндәрҙә утыҙ төбәктә үтә.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, күргәҙмәне асыуҙа депутаттар алдында сығыш яһаны һәм масштаблы фотопроекттың тарихи дөрөҫлөктө һаҡлап ҡалыуға ҙур өлөш индереүен, миллиондарса Рәсәй һәм Куба халҡына беренселәрҙән булып йыһанды буйһондороусы кешене иҫкә алыу сараһы булыуын билдәләп үтте.

Өфөлә күргәҙмә дүрт майҙансыҡта ойошторолдо: Дәүләт Йыйылышында, Башҡортостан Республикаһының Милли музейында, Өфө ҡалаһы тарихы музейында һәм «Рәсәй – минең тарихым» Тарихи паркында.

 


Исемлеккә кире ҡайтыу

"