Дәүләт Йыйылышы Йортонда республика парламентының сираттағы 33-сө ултырышы үтте
22.04.2021
Баҫып сығарыу өсөн версияДәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда Башҡортостан Республикаһы алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 33-сө ултырышы үтте.
Уны Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев алып барҙы.
Ултырыш башында депутаттар иғтибарына Башҡортостан Республикаһында законлылыҡ торошо тураһында Башҡортостан Республикаһы Прокурорының мәғлүмәте, шулай уҡ 2020 йылда Башҡортостан Республикаһында кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм иректәрен үтәү тураһында Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилдең доклады тәҡдим ителде.
Артабан парламентарийҙар Дәүләт милке сикләнмәгән ер участкаларын биреү буйынса вәкәләттәрҙе Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдары менән урындағы үҙидара органдары араһында ҡайтанан бүлеү хаҡындағы Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтенең үтәлешенә мониторинг буйынса эшсе төркөм эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәтте тикшерҙе. Һуңынан улар Ҡулланылған ресурстар өсөн граждандарға түләү иҫәпләү өлөшөндә Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһендә килеп тыуған хәлде өйрәнеү буйынса эшсе төркөм эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәт тыңланы.
Ултырыштың көн тәртибенә 40-лап мәсьәлә индерелгән. Уларҙың төп өлөшө республика закон проекттарын тикшереүгә бәйле.
Парламентарийҙар республиканың ҡайһы бер ҡалаларының һәм райондарының мировой судьялары вазифаларына кандидатураларҙы тикшерҙе. Ултырышта шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһына индереү буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың ике закон сығарыу башланғысы, Дәүләт Думаһынан килгән федераль закон проекттары һәм Дәүләт Йыйылышы ҡарарҙары ҡабул ителде.
