Дәүләт Йыйылышы етәкселәре

ТОЛКАЧЕВ Константин Борисович

Константин Борисович ТОЛКАЧЕВ 

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – берҙәм республика һайлау округы буйынса депутаты, «БЕРҘӘМ РӘСӘЙ» бөтә Рәсәй сәйәси фирҡәһе.

1953 йылдың 1 мартында Кемерово өлкәһенең Новокузнецк ҡалаһында тыуа, рус. Юғары белемле – СССР Эске эштәр министрлығының Рязань юғары мәктәбен, ошо уҡ министрлыҡтың Академияһын тамамлай. Эске эштәр хеҙмәтенең отставкалағы генерал-майоры. Юридик фәндәр докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһы Юридик фәндәр академияһының ғәмәлдәге ағзаһы.

Хеҙмәт юлын 1970 йылда Кузнецк металлургия комбинатында торбалар йәбештереүсе ярҙамсыһы булып башлай. 1971 йылдан 1973 йылға тиклем Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә. 1977–1996 йылда Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы системаһында етәксе вазифаларҙы биләй. 1996 йылда Рәсәй Федерацияһының Эске эштәр министрлығы Өфө юридик институты начальнигы итеп тәғәйенләнә.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың икенсе – бишенсе саҡырылыш депутаты, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе итеп һайлана. 1999–2001 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советында Конституция ҡануниәте комитеты ағзаһы. Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы ҡарамағындағы Рәсәй Федерацияһы Закондар сығарыусылар Советы ағзаһы, Милли именлекте һәм коррупцияға ҡаршы көрәште закондар йәһәтенән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса комиссияһы рәйесе. Рәсәй Федерацияһы Волга буйы федераль округы субъекттарының дәүләт власының закондар сығарыу (вәкиллекле) органдары Ассоциацияһы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Ярлыҡау мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе. “БЕРҘӘМ РӘСӘЙ” бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе төбәк сәйәси советы Секретарының беренсе урынбаҫары. Дөйөм Рәсәй кикбоксинг федерацияһы президенты.

Почет, Дуҫлыҡ, «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн», Салауат Юлаев ордендары, егерме миҙал, күкрәккә таға торған билдәләр, исемле ҡорал менән бүләкләнә. Рәсәй Федерациһы Эске эштәр министрлығының почетлы хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юрисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.

«БЕРҘӘМ РӘСӘЙ» бөтә Рәсәй сәйәси фирҡәһе фракцияһы ағзаһы.


Ахмадинуров Рустем Маратович

Рөстәм Марат улы Әхмәҙинуров

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 16-сы Комсомол һайлау округы буйынса депутаты.

1968 йылдың 11 апрелендә Өфө ҡалаһында тыуа, юғары белемле – Башҡорт дәүләт педагогия университетын, Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһын тамамлай. Иҡтисад фәндәре кандидаты, социология фәндәре докторы, профессор.

Хеҙмәт юлын 1990 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттарының профсоюз комитеты рәйесе булараҡ башлай. 1996–1997 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Халыҡты социаль яҡлау министрлығының ветерандар эштәре һәм социаль яҡлауҙы ойоштороу буйынса бүлеге начальнигы урынбаҫары. 1997–1999 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығында бүлек начальнигы урынбаҫары. 1999–2000 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Министрҙар кабинетының Эштәр идаралығында баш белгес. 2002–2004 йылдарҙа – «БЕРҘӘМ РӘСӘЙ» бөтә Рәсәй сәйәси фирҡәһенең Башҡортостан төбәк бүлексәһенең төбәк башҡарма комитетында бүлек начальнигы. 2004–2016 йылдарҙа – Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфө ҡалаһындағы филиалы директоры. 2016 йылдан Рәсәй дәүләт социаль университеты ректораты ҡарамағында советник. 2019 йылдан – «БЕРҘӘМ РӘСӘЙ» бөтә Рәсәй сәйәси фирҡәһенең Башҡортостан төбәк бүлексәһенең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.

«Рәсәй ғаиләһе» милли йәмәғәт кимитетының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең башҡарма директоры, Рәсәй сәйәсәте мәктәбенең Башҡортостан Республикаһындағы дирекцияһы етәксеһе.

Башҡортостан Республикаһы бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты итеп һайлана.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре. «Сириялағы хәрби опперацияла ҡатнашыусы» миҙалы менән бүләкләнгән.

«БЕРҘӘМ РӘСӘЙ» бөтә Рәсәй сәйәси фирҡәһе фракцияһы ағзаһы.

Өйләнгән, ике ҡыҙ тәрбиәләй.


Аиткулова Эльвира Ринатовна

Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың берҙәм республика һайлау округы буйынса депутаты, «БЕРҘӘМ РӘСӘЙ» бөтә Рәсәй сәйәси партияһы.

1973 йылдың 19 авгусында Учалы районының Яңы Байрамғол ауылында тыуа, башҡорт, юғары белемле – Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.

1997–2004 йылдарҙа корреспондент, комментатор, «Даирә» ижади коллективы етәксеһе, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһында сәйәси күҙәтеүсе, 2004–2010 йылдарҙа – «Юлдаш ФМ» республика мәғлүмәт-музыкаль радиоканалында баш мөхәррир булып эшләй.

2010–2013 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы» дәүләт унитар предприятиеһында телевидение студияһының баш мөхәррире.

«РӘСӘЙ ӨСӨН» ХАЛЫҠ ФРОНТЫ» дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең үҙәк штабы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһында төбәк штабы рәйестәше.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.

«БЕРҘӘМ РӘСӘЙ» бөтә Рәсәй сәйәси партияһы фракцияһы ағзаһы.

Кейәүҙә, ике ҡыҙы бар.


Ишмухаметов Рустам Рифатович

Рөстәм Рифат улы Ишмөхәмәтов

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың берҙәм республика һайлау округы буйынса депутаты, «БЕРҘӘМ РӘСӘЙ» бөтә Рәсәй сәйәси фирҡәһе.

1977 йылдың 7 октябрендә Ғафури районының Йөҙимән ауылында тыуа, юғары белемле – Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Социология фәндәре кандидаты.

Хеҙмәт юлын 1992 йылда Ғафури районының Красноусол ауылында эшсе булараҡ башлай. 1998 йылдан – уҡытыу эшендә. 2005–2009 йылдарҙа – Бәләбәй ҡалаһының Башҡорт гимназия-интернатында директор, 2009–2010 йылдарҙа – Башҡортостандың Мәғарифте үҫтереү институтында беренсе проректор, ректор. 2010–2012 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Президенты советнигы, «БЕРҘӘМ РӘСӘЙ» бөтә Рәсәй сәйәси фирҡәһенең Башҡортостан төбәк бүлексәһенең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе. 2016–2018 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Башлығы ярҙамсыһы.

Башҡортостан Республикаһы дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, 2012 йылда – Дәүләт төҙөлөшө буйынса комитет рәйесе урынбаҫары, 2013 йылда – Башҡортостан Республикаһы бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктур үҫеш буйынса комитет рәйесе урынбаҫары, 2014 йылда Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайлана.

Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы Почет грамотаһы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Почет грамотаһы, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнә. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.

«БЕРҘӘМ РӘСӘЙ» бөтә Рәсәй сәйәси фирҡәһе фракцияһы етәксеһе.

Өйләнгән, ул һәм ҡыҙ тәрбиәләй.


Вадим Николаевич Старов

Вадим Николаевич Старов

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың берҙәм республика округы буйынса депутаты. “Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы” сәйәси фирҡәһе ағзаһы.

1979 йылдың 23 июлендә Өфө ҡалаһында тыуған, рус, юғары белемле – Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.

2001 йылдан университетты тамамлағандан һуң Башҡортостан округ адвокаттар коллегияһында адвокат ярҙамсыһы булып эшләй.

Өйләнмәгән.


"