Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумы

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумы уның эшмәкәрлеген тәьмин итеүсе һәм үҙ эшмәкәрлеге буйынса уға отчет бирергә тейешле даими эшләүсе орган. Ул Дәүләт Йыйылышы эшмәкәрлеген ойоштороу мәсьәләләрен ҡарау һәм хәл итеү өсөн ойошторола.

Президиум составына Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе, уның урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың даими комитеттары рәйестәре инә.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумы вәкәләттәренә түбәндәгеләр инә:

- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырыштарын һәм сираттан тыш ултырыштарын саҡыра, уларҙы үткәреү көнөн билдәләй; парламент тикшереүҙәре һәм парламент тыңлауҙары үткәреүҙе ойоштора;

- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың даими комитеттары эшмәкәрлеген координациялай;

- ағымдағы сессияға Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың закон проекттары буйынса эшенең яҡынса программа проектын төҙөй;

- даими комитеттар буйынса сираттағы айҙа ҡараласаҡ мәсьәләләрҙең календарь планы проектын төҙөй;

- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышына көн тәртибен билдәләй;

- депутат берләшмәләрен (фракцияларын һәм депутат төркөмдәрен) төҙөй;

- “Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тураһында” Законы менән билдәләнгән башҡа вәкәләттәрҙе тормошҡа ашыра.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай

Президиумы составы:

Константин Борисович Толкачев Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Борисович Толкачев;


Вадим Николаевич Старов Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Вадим Николаевич Старов;

Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова;

"