Башҡортостан Республикаһының дәүләт символдары
Дәүләт гербы
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гербы Башҡортостан Республикаһының дәүләт символы булып тора. Башҡортостан Республикаһы Парламенты тарафынан 1999 йылдың 6 июлендә ҡабул ителде. Рәсәй Федерацияһы Дәүләт геральдика регистрында 164-се номер аҫтында.
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гербы милли орнамент менән уратып алынған түңәрәк эсендә ҡалҡып килеүсе ҡояш һәм уның нурҙары фонында Салауат Юлаев һәйкәле һүрәтенән тора. Түбәндәрәк ҡурай сәскәһе тажы, халыҡтар батырлығы символы, һүрәтләнгән. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы төҫтәренә буялған, аҡ төҫлө юлына «Башҡортостан» тигән яҙма менән таҫма төшөрөлгән. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт гербының төҫлө һүрәтендә Салауат Юлаевҡа һәйкәл һәм орнамент – алтынһыу, ҡурай сәскәһе – йәшел, ҡалҡып килеүсе ҡояш – асыҡ алтынһыу төҫтә, ҡояш нурҙары – һары, һәйкәл менән орнамент араһындағы фон – аҡ, эске һәм тышҡы түңәрәктәр – ҡуйы алтынһыу төҫтә.
Салауат Юлаев – башҡорт халҡының милли геройы, башҡорт батырҙарының ҡаһарманлығына, тыуған тәбиғәтенә дан йырлаусы халыҡ шағиры, уның ижады төрлө ҡыҫырыҡлауҙарға ҡаршы көрәш рухы менән һуғарылған, телдән телгә күсә килгән. Әммә гербта конкрет шәхес һүрәтләнмәгән. Салауатҡа һәйкәл – азатлыҡ һәм ғәҙеллек өсөн көрәшеүсе дөйөмләштерелгән яугир егет образы, ул Башҡортостан халыҡтарының дуҫлығын һәм берҙәмлеген символлаштыра.
Гербтың авторы – Фазлетдин Фәррәх улы Ислахов.
Дәүләт флагы
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагында зәңгәр төҫ – Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының асыҡлығын, изгелеген һәм уй-ниәттәренең сафлығын; аҡ төҫ – Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының тыныслыҡты һөйөүен, эскерһеҙлеген, үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуын; йәшел төҫ – иректе, тормоштоң мәңгелеген аңлата.
Ҡурай сәскәһе – дуҫлыҡ символы, уның аҡ буй уртаһында урынлашҡан ете таж япрағы Башҡортостан Республикаһы территорияһында йәшәүсе халыҡтарҙың берләшеүенә нигеҙ һалыусы ете ырыуҙы символлаштыра.
Дәүләт гимны
Рауил Бикбаев, Рәшит Шәкүр һүҙҙәре (башҡорт телендә)
Фәрит Иҙрисов, Светлана Чураева һүҙҙәре (рус теленә тәржемә)
Фәрит Иҙрисов музыкаһы
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт гимнының аудиофайлы
|
Гимндың башҡорт телендәге тексы |
Гимндың рус телендәге тексы |
|---|---|
|
Башҡортостан, hин hөйөклө ғәзиз ер,
Дан hиңә, Башҡортостан!
Башҡортостан, hин хөрмәтле данлы ил,
Республикам, йондоҙ булып балҡы hин, |
Башкортостан, Отчизна дорогая,
Славься, наш Башкортостан!
Башкортостан — ты наша честь и слава,
Республика, сияй звездой прекрасной, |
